Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2022, 05:11

"Юлдыбайҙар тарихын юллап"

23 июлдә Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортонда Ислам Әҙелмырҙа улы Мәүлекәсов үҙенең "Юлдыбайҙар тарихын юллап" исемле китабы буйынса ауылдаштары, уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе. Кисә йылы һүҙҙәргә, йыр-моңға бай булды. Сара аҙағында Ислам Әҙелмырҙа улы үҙенең туғандарына, классташтарына, ауылдаштарына һәм Юлдыбай ауылы китапханаһына китаптарын бүләк итте. Әлеге ваҡытта Ислам Мәүлекәсовтың баҫып сығарылған ике китабы бар: "Юлдыбайҙар тарихын юллап" һәм "Юлдыбай ҡыпсаҡтары. Беренсе китапта документтарға, тарихи материалдарға нигеҙләнгән теүәл мәғлүмәттәр бирелһә, икенсе китабы күберәк иҫтәлектәргә ҡоролған.    Ислам Әҙелмырҙа улы Мәүлекәсовҡа яңы ижади уңыштар теләйбеҙ, ә уны хөрмәт итеп килеүсе бар ауылдаштарға, туғандарына, классташтарына, дуҫтарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!  

"Юлдыбайҙар тарихын юллап""Юлдыбайҙар тарихын юллап"
"Юлдыбайҙар тарихын юллап"

Был ваҡиға уңайынан сараға Ислам Әҙелмырҙа улының яҡындары, ауылдаштары, дуҫтары, классташтары һәм ижадын үҙ итеүселәр килде. Осрашыуға Салауат ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар - шағир һәм ҡурайсы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Хәлимов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф алдынғыһы, "Ағинәйҙәр" клубының Салауат бүлексәһе рәйесе Рәшиҙә Буранғоловалар килде.

 Кисә барышында сығыш яһаусылар Ислам Әҙелмырҙа улына йылы ҡотлау һүҙҙәрен әйтте, тәҡдимдәрен еткерҙе, йырҙарын бүләк итте. Кисә йыр-моңға бай булды, ҡурай моңдары яңғыраны, мөнәжәттәр әйтелде һәм шиғырҙар уҡылды. Сара аҙағында Ислам Әҙелмырҙа улы үҙенең туғандарына, классташтарына, ауылдаштарына һәм Юлдыбай ауылы китапханаһына китаптарын бүләк итте.
 Әлеге ваҡытта Ислам Мәүлекәсовтың баҫып сығарылған ике китабы бар: "Юлдыбайҙар тарихын юллап" һәм "Юлдыбай ҡыпсаҡтары. Беренсе китапта документтарға, тарихи материалдарға нигеҙләнгән теүәл мәғлүмәттәр бирелһә, икенсе китабы күберәк иҫтәлектәргә ҡоролған.  
 Ислам Әҙелмырҙа улы Мәүлекәсовҡа яңы ижади уңыштар теләйбеҙ, ә уны хөрмәт итеп килеүсе бар ауылдаштарға, туғандарына, классташтарына, дуҫтарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас