

Кисә "Тәүәкән" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтҽнҽң 20 йыллыҡ юбилҽйы уңайынан күркәм байрам сараһы ойошторолдо.
Сарала БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, уның урынбаҫары Ирек Сураков, хужалыҡтың элекке етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Тәүҙә ҡунаҡтар өсөн предприятиеның социаль объекттары буйлап экскурсия ойошторолдо. тантананың рәсми өлөшө ауыл эргәһендәге яланда үтте, хужалыҡта эшләүсе эшсәндәргә һәм ветерандарға күп йылы һүҙҙәр әйтелде, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Район мәҙәниәт һарайы артистары сығышы сараны биҙәне, сарала ҡатнашыусылар төрлө спорт ярыштарында көс һынаны.