Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2022, 03:24

Игенселәр нәҫеленән улар

Беҙҙең районда, айырыуса Тәүәкән ауылында ошо игенсе тигән изге һөнәргә тоғро ҡалған ғаиләләр күп. Ғаиләләр тип әйтеү дөрөҫ түгел, унда тоташ игенселәр династиялары бар! Атаһы, ҡартаһы һөнәренә тоғро ҡалып, иртә яҙҙан ҡаракөҙгә тиклем икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, икмәк үҫтергән, малды етерлек аҙыҡ менән тәьмин иткән ир аҫылдарыйәшәй был йәмле яҡтарҙа.  “Тәүәкән” йәмғиәтенең 20 йыллыҡ тарихында Әбдрәхимовтар династияһы айырым урын биләп тора.

Игенселәр нәҫеленән уларИгенселәр нәҫеленән улар
Игенселәр нәҫеленән улар

Икмәктән оло аш юҡ. Икмәк—ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ, беҙҙең төп байлыҡ ул. Шуға ла элек-электән уны үҫтереүселәр—игенселәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. 

Беҙҙең районда, айырыуса Тәүәкән ауылында ошо изге һөнәргә тоғро ҡалған ғаиләләр күп. Ғаиләләр тип әйтеү дөрөҫ түгел, унда тоташ игенселәр династиялары бар! Атаһы, ҡартаһы һөнәренә тоғро ҡалып, иртә яҙҙан ҡаракөҙгә тиклем икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, икмәк үҫтергән, малды етерлек аҙыҡ менән тәьмин иткән ир аҫылдарыйәшәй был йәмле яҡтарҙа. 

“Тәүәкән” йәмғиәтенең 20 йыллыҡ тарихында Әбдрәхимовтар династияһы айырым урын биләп тора. Рауил Закир улы Әбдрәхимов – хужалыҡтың алдынғы тракторсыһы, комбайнсыларының береһе, уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап маҡтау грамоталары, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме менән билдәләнгән. Атаһы Закир Садиҡйән улы “Ҡыҙыл юл” колхозында тракторсы булып тир түгә, гел алдынғылар рәтендә була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Рауилдың ҡартаһы Садиҡйән Әбдрәхимов та тракторҙа эшләй. Рауил Закир улының улы Ревал да ғаиләнең изге йолаһына, игенсе һөнәренә тоғро ҡалып, механизатор һөнәрен һайлай, әле ул ҡеүәтле заманса техниканы – “Челленджер”ҙы йөрөтә.

Илшат Закир улы Әбдрәхимов “Тәүәкән” йәмғиәтенең иң яҡшы механизаторҙары рәтендә. Ул үҙенең хеҙмәт юлын 1982 йылда штурвалсы булып башлай. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Агросәнәғәт комплексы үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәреисеменә лайыҡ була.  

Нурмөхәмәт Мансур улы Әбдрәхимовтың яҙмышы тыуған ауылындағы хужалыҡменән 1982 йылдан бәйле. 1987 йылдан ул “КамАЗ” водителе булып тир түгә. Уның намыҫлы хеҙмәте район, БР Ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамоталары менән билдәләнгән, ә 2014 йылдан ул да ғорур рәүештә   “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәреисемен йөрөтә. Улы Ильяс та уның юлынан китә, водитель һөнәрен ала.

Әбдрәхимовтарҙыр барыһы ла Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән. Билдәле мәҡәлдә әйтелгәнсә, үҙ бәхеттәрен ситтә эҙләмәгәндәр, ҡайҙа тыуғандар - шунда береккәндәр, ата-бабалары эшен дауам итеп, ергә, игенсе һөнәренә тоғро ҡалғандар.

Эйе, тап улар тырышлығы, тап улар көсө менән беҙҙең өҫтәлдәр күпереп бешкән икмәк, һөт, ҡаймаҡ һәм башҡа ризыҡтанөҙөлмәй. Тәүәкән эшсәндәренә артабан да арымай-талмай эшләргә насип булһын. Игендәр тау-тау үҫһен, уңыштар гел мул булһын! Беҙгә, бөтә илгә кәрәкле хеҙмәт өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас