Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
22 Июля 2022, 04:27

Өләсәйҙең күңел һандығы

Өләсәй һандығында нимәләр бар? Аҫалы балаҫтар, боронғо биҙәүестәр, семәрле таҫтамалдар ғына түгел, өләсәй һандығы боронғолоҡ рухын да һаҡлай. Унда көлгә күмеп бешерелгән күмәстәр ҙә, шифалы үлән сәйҙәре, милли уйындар ҙа "һаҡлана".  Кисә Бикбулат ауылының иң матур төбәктәренең береһе - Эйәрлетау буйында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы ейән-ейәнсәрҙәр өсөн "Өләсәйем һандығы" тигән сара үткәрҙе. Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында өләсәйҙәр балаларға тыуған яғыбыҙҙың ер-һыу атамалары менән таныштырҙы, Эйәрлетау тарихын һөйләне, ҡаҙан аҫып, балыҡ һурпаһы, ҡабартма, көлгә күмеп күмәс, картуф бешереп күрһәтте, дарыу үләндәренең файҙаһы тураһында һөйләне, үлән сәйҙәре әҙерләп күрһәтте. Балалар "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йәшерәк яулыҡ", "Йөҙөк һалыу" кеүек халҡыбыҙҙың борорғо уйындары менән танышты, кәмәлә йөҙҙө, балыҡ ҡармаҡланы, уйындан һуң иһә һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.   

Өләсәйҙең күңел һандығыӨләсәйҙең күңел һандығы
Өләсәйҙең күңел һандығы

Автор фотолары. 

Өләсәйҙең күңел һандығы
Өләсәйҙең күңел һандығы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас