- Атайым Ишмырҙин Абдулла Исмәғил улы 1914 йылғы ине. Йот йылы Әбделнәсирҙә халыҡ ныҡ ҡырылды тип һөйләй торғайны. Үлгән бер кешене ауылдың ҡалҡыу ерендә торған мәгәзейгә һала баралар. Ҡыш аҙағына мәйет һыймай башлағас, ауыл халҡы уларҙы тығыҙлап һала.
Беҙ бәләкәй саҡта Азиянан, ауыл ҡыҙы Алтынсәс инәй килеп йөрөй торғайны. Етем ҡалғас, өй беренсә һоранып та йөрөргә тура килгән уға. Әбделнәсиргә Зәңгәр тауы аша төшөп килгәндә, хәҙерге ферма урынындағы бер өй усағынан төтөн күреп ҡалып, шунда йүнәлә. Барһа, боҫратып ит бешерәләр, ти. Ҡыҙыҡайҙы ашҡа саҡыралар. Ашап ултырғанда ит араһынан тиртеп бешкән ҡул суғы килеп сыға. Ҡыҙыҡай эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡалып, тороп сығып ҡаса. Теге ҡарсыҡ быны бысаҡ тотоп ҡыуа сыға, Мунса йылғаһы аша сыға алмай ғына тороп ҡала...
Тағы бер хәл дә ғибрәтле генә. Баймаҡ районы шахтаһында эшләгән ғаиләләр араһында ла аслыҡ ныҡ була. Яҙ, йылға ташҡа мәл, үлән әле үҫмәгән. Бер ҡатын (атайым уны еңгәм тип һөйләй торғайны) бәләкәй ҡыҙының астан интеккәненә түҙә алмай, уны йылға буйына алып бара. Яр буйында сәсен тарап, үреп ултырған булып, ҡыҙын ярҙан этеп төшөрөп ебәрә. "Әсәәй!" тип ҡысҡырып, ташҡын һыуға төшөп китә бала. "Бына бит, Абдулла, күгүләнгә лә баҫып, тамаҡ туйҙы ла китте, ҡыҙым ғына юҡ", - тип илап һөйләр булған, - тип атаһының йот йылдарындағы ауыр хәтирәләре менән уртаҡлаша Аҫылбикә апай.