

Ауылдың дәртле апайҙары һәр сараға яуаплы ҡарауҙары менән һоҡландыра. Был юлы ла улар шартына килтереп, тематикаға ярашлы, сәскә бәйләмдәре, үрелгән таж-таҡыялар тотоп килеп еттеләр. Фойе матур гөлләмәләр менән тулды, байрам кәйефе өҫтәлде.
Ялан сәскәләре, дарыу үләндәре менән танышҡандан һуң, сараның төп өлөшө концерт программаһы башланып китте.
Фәүзиә Әмирханова, Зөмәрә Айытҡолова, Фәнүзә Зиянбәтова, Миңзәлә Айытҡужина, Рима Айытҡоловаларҙың моңло йырҙарын тыңлап, Өфө ҡалаһынан олатай- өләсәйҙәре Рабиға һәм Хәлил Йосопбаевтарға ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнсәрҙәре Алтынай һәм Сафияның "Ҡумыҙсылар", "Бөрйән ҡыҙҙары", "Татар ҡыҙҙары" бейеүен ҡарап, көслө алҡыштарға күмде тамашасы. Төрлө яҡлап та килгән ҡыҙҙар булып сыҡты улар: ҡустылары Динисламды ла өйрәтеп, "Бәхет артынан баҙарға барып киләм әле" тигән шиғырға инсценировка күрһәткәндәрен залдағылар тулҡынланмайынса ҡарай алманы. Шулай уҡ, Сафия Арыҫланбаева уҡыған "Һуғыш тураһында баллада" монологы ла артыҡ булманы. Ошо сәскәле матур донъяла йәшәүебеҙ менән беҙ еңеү яулаған ҡаһармандар алдында мәңге бурыслы икәнде тағы ла бер ҡат иҫбатланы.
Күрше Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Таһир Ишемов үҙенең халыҡ, ретро йырҙарҙан торған музыкаль күстәнәсе менән һөйөндөрөп, гармунда һыҙҙырып, бейетеп сараға айырыуса бер йәм өҫтәне.
Залдағы тамашасыны активлаштырыу маҡсатында, ромашка таждарына яҙылған сәскәләр тураһында йомаҡтарҙы сисеп, шул сәскәләр тураһында йырҙар йырлаған тамашасылар - Әлфиә апай Кинйәбаева, Флүрә апай Айытҡоловалар ҙа моңло тауышлы икәндәр. Киләһе сараларҙа уларҙы көтөп ҡалабыҙ.
Байрамды музыкаль яҡтан Зинфира Айытҡужина биҙәһә, оператор ролен Эльза Ишдәүләтова һәм бәләкәй Арыҫлан үтәне.
Һәр кем үҙ өлөшөн индергән был күркәм саранан уттай ҡыҙыу эш ваҡытында һәр кем күңеленә ял алып ҡайтҡандыр, тип ышанғы килә.
Байрамды "Хәйерле йәйҙәр килһен, ил тыныс булһын, Аллаһы Тәғәләбеҙ һәр кемгә бәрәкәтле ғүмер насип итһен”, - тигән теләктә Фәймә Хәсәнова йомғаҡлап ҡуйҙы.