Ира эргәһендәге бер бинаның ҡыйығын алып ташлап, машина тәҙрәләрен селпәрәм килтергән, ҡош-ҡорт бәпкәләрен дә ҡырған был ғәрәсәт.
Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында булған боҙ.
Хәтеремдә, туҡһанынсы йылдарҙа Йылайырҙа шулай көслө яуында ҡаза күреүселәр байтаҡ булды. Беҙ бала инек әле. Бер ҡаҙыбыҙ һыңар күҙ менән ҡалды, береһенең муйыны һынды. Соландың тәҙрәләре селпәрәмә килде. Һыу буйына киткән атайым менән ҡустым, яуын башланғас, күпер аҫтында ултырып ҡалған. Быҙауҙар, ҡаҙҙар ағып китте тип һөйләнеләр. Шул боҙҙан һуң алмағастар көҙгә тағы сәскә атты, киләһе яҙына ҡороно...
Ошондай ваҡытта уҡый торған доғалар ҙа бар:
Ел-дауыл сыҡҡанда уҡыла торған доға: اللّهُـمَّ إِنَّـي أَسْـأَلُـكَ خَيْـرَ هَذِهِ الرِّيحِ وَخَيْـرَ ما فِيهـَا وَخَيْـرَ ما أَرْسَلْـتَ بِهِ وَنَغُـوذُ بِكَ مِنْ شَـرِّ مَا فِيهَـا وَمِنْ شَـرِّ ما أَرْسَلْـتَ «Аллааһүммә иннии әсьәлүкә хайра һәҙиһир-риихи үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә әръсәлтә биһии үә нәғүүҙү бикә мин шәрри мәә фииһәә үә мин шәрри мәә әръсәлтә.» (Аллаһым! Һинән был ел-дауылдың хәйерле булыуын теләйем. Аллаһым! Ул елдән булғанын үә килтергәнен хәйерле ҡыл һинән теләйем һәм һин ебәргән елдең үә уның алып килгән насарлығынан һиңә һыйынамын.) *** Йәшен менән күк күкрәгәндә уҡыла торған доға اللهم لا تَقْتُلْنا بِغَضَبِك وَلا تُهْلِكْنا بِعدابِك وعافِنا قَبْلَ دلِك «Аллааһүммә ләә тәҡтүлнәә биғадабикә үә ләә түһликнәә би ғәҙәәбикә үә ғәәфинәә ҡаблә ҙәәлик». (Аллаһым! Асыуың менән үлтермә, ғазабың менән һәләк итмә үә ахырын хәйерле ҡыл.)
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.