Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2022, 10:45

Быуындарҙан-быуындарға тапшырылыр хәтер...

20 йәшлек яҡташыбыҙ - Яңауылда тыуып, Йомағужала үҫкән, әлеге көндә Мәскәү юғары хәрби училищеһының 3-сө курсында белем алған Флорит Байрамғәлин Мәскәүҙәге “Хәтер юлы” мемориаль комплексында ҡарт олатаһы менән ҡартатаһын “осратҡан”.  

Быуындарҙан-быуындарға тапшырылыр хәтер...Быуындарҙан-быуындарға тапшырылыр хәтер...
Быуындарҙан-быуындарға тапшырылыр хәтер...

- Музейҙа йәмғеһе 35 зал бар. Хәтер галереяһы –яугирҙарҙың фотоларынан торған паннола 33 миллион кеше тураһында мәғлүмәт һаҡлана.  

36 031 044 яугирҙың фотоһы араһында минең ҡарт ҡартатайым Дәүләткиленең фотоһүрәте бар икәнен белгәс, мин генә түгел, иптәштәрем дә бик ҡыуанды. Музейға икенсе барған саҡта ҡарт олатайым Мәсәлимдең һәм уның ҡустыһы – бабайым Искәндәрҙең дә фотоһын табып, ҡәрсәйемде ҡыуандырҙым, - ти йәш яҡташыбыҙ.

 Флоридтың ҡарт ҡартатаһы (Таңһылыу апайҙың ҡайныһы була инде)   Дәүләткилде Дәүләткирәй улы Байрамғәлин һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, Яңауыл ауылында йәшәгән, “Исем” совхозының “Серп и молот” бүлексәһендә эшләгән. Ҡатыны Ғәлимә менән 4 бала үҫтергәндәр. Ғилман менән Ғәлийән исемле улдары вафат, Наилә исемле ҡыҙы Алмалы, Флүрә ҡыҙы Бикбулат ауылдарында йәшәй. 

 Таңһылыу апайҙың олатаһы, йәғни Флориттың ҡарт олатаһы Мәсәлим Ғәббәсов Бикбулат ауылы уҙаманы була. Ул ҡатыны менән алты бала үҫтерә, Бәҙерниса, Вәхиҙә, Хөснә, Рәхимә һәм Мөслимә ҡыҙҙары әлеге көндә төрлө тарафтарҙа йәшәй, Басира исемлеһе вафат булған. Әйткәндәй, Мәсәлим бабайҙың ҡыҙы – Татарстанда йәшәгән, бер нисә китап яҙған, хикәләре “Мораҙым” гәзите биттәрен биҙәгән Рәхимә апай Вәлиуллинаны гәзит уҡыусылар яҡшы белә...

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас