Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2022, 09:52

Ҡоротҡос баҫа

Былтыр Урал аръяғы райондары урмандарын ҡоротҡан был бөжәк быйыл Балтас яҡтарында, күрше Татарстанда ла күбәйеп киткән икән. 

 

Май аҙағы -йәй башында ағас япраҡтарын ҡырып, тотош урман-ҡырҙы яланғас ҡалдырған ҡарышлауыҡтан ҡотолор өсөн үткән йыл ағыу һиптереп, күсләп-күсләп бал ҡорто ҡырылғанын әле һаман онотоп булмай.

Йылайыр урмандары оҙайлы ямғырҙар, яҙғы һыуыҡтар ваҡытында бер әҙерәк таҙарып ҡалды, хәҙер унда был бөжәк күренмәй. Әммә Күгәрсен, Көйөргәҙе урмандарында осрап тора, муйыл, ҡарағатҡа ла төшкән хатта. Ҡырҡыу еҫле япраҡты ашамай тиһәләр ҙә, һайланып тормаған. 

"Балтас таңдары" гәзите хеҙмәткәре, коллегабыҙ Аида Хәйретдинова ла был хәл өсөн борсола. Аҡ ҡарағат ҡыуағынан бер нәмә лә ҡалмаған ти ул. 

Татарстандың Миңзәлә районының Түбәнге Тәкермән ауылы халҡы ла борсолоу белдерә. Ауыл халҡы урман хужалығына мөрәжәғәт иткән, Ҡазандан яуап көтәләр икән күршеләр.


Ағаста ашарлығы бөтөп, үләнгә төшкәйне былтыр. Ҡош та сүпләмәгән, ҡырмыҫҡаға ла кәрәк түгел был йөнтәҫ бөжәк ҡасан бөтөр икән?

 

 

Ҡоротҡос баҫа
Ҡоротҡос баҫа
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас