

"Беҙ бала саҡтан уҡ Бәндәбикә барын белеп үҫтек. Зыярат өҫтәрәк, тау яғында бит инде. Яҙ етһә, ул иң беренсе ҡарҙан асыла. Беҙ, бала- саға шунда бара инек. Умырзая йыйырға. Бәндәбиканең ҡаберенә яҡын барманыҡ. Тапарға ярамай тип. Ул бейек ҡурған булып тора ине. Береһе - ҙур, эргәһендә бәләкәй тағы бер ҡурған бар ине.
Бәндәбикә беҙҙең өсөн изге йән, әүлиә ине. Ололар шулай тип өйрәтте. Йәй башында шул экспедиция менән килеп соҡой башланылар бит инде.
Бәндәбикәнең һөлдәһен тапҡандар тигән хәбәр ауылда тиҙ таралды. Барса халыҡ зыяратҡа килде. Ҡарап торҙоҡ. Ҡибла яғында ләхеттә ап-аҡ булып һөлдәһе ята ине. 1968 йылдар булғандыр.
Һөлдәһе, ысынлап та, бәләкәй генә ине. Метрҙан әҙ генә артыҡ булғандыр. Үҙ күҙем менән күрҙем бит. Уны бәләкәй генә, зәғиф кенә булған тип һөйләйҙәр ине ололар.Үҙе бик аҡыллы, заманына күрә, белемле булған. Бай булған.
Ысынлап та, изге ер тип йөрөтәләр ине ҡәберен. Тик, заманына күрә, бик иҫәпкә алынғанмаған шул. Бәндәбикә йылғаһы ла бар. Элек ул бер ваҡытта ла кипмәй ине. Яҙ малайҙар кәмә менән йөҙәләр ине. Әле юҡ хәлендә ҡалып бара.
Бәндәбикә инәйһең һөлдәһен табып кире урынына һалып ҡуйһындар ине. Йәне аҙашып йөрөйҙөр. Өйө түңәрәк ине. Кирбесе еңел генә, тип-тигеҙ ине. Әле кешәнәһе тороу менәнме, эсе буш булғас..."- тип хәтирәләре, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша Ләлә апай.