Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2022, 07:00

Элекке пенсия йәше кире ҡайтарылырмы...

Элекке пенсия йәше кире ҡайтарылырмы...

Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр 55, атай-олатайҙарыбыҙ 60 йәштән хаҡлы ялға сыға торғайны. Әммә яңы пенсия реформаһына ярашлы, беҙ 5 йылға һуңыраҡ пенсияға сығасаҡбыҙ. Әммә әленән-әле элекке йәште ҡайтарыу хаҡында һүҙ сыға. Бына әле лә "Ғәҙел Рәсәй" партияһы Дәүләт Думаһына пенсияға сығыу йәшен ҡайтанан элеккесә итеү, йәғни ҡатын-ҡыҙҙарға - 55 йәштән, ир-атҡа 60 йәштән сығыу мөмкинлеге биргән закон проекты индерергә ниәтләй.
Бынан тыш, эшләүсе пенсионерҙарға ла индексация тураһында документ әҙерләгәндәр.
Сергей Миронов "Ғәҙел Рәсәй йәштәре" хәрәкәте съезында ошо хаҡта һөйләгән. "Беҙ кире ҡағылған башланғыстарға тағы ла әйләнеп ҡайтабыҙ. Был - пенсия йәшен ҡабаттан кире ҡайтарыу, эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын арттырыу", - тигән ул.
 
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас