Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2022, 05:50

Даланлылар билдәләнде

Гәзитебеҙгә яҙылғандар араһында бүләк уйнатыу редакциябыҙҙың матур бер йолаһына әйләнде. Бына, ниһайәт, күптән көтөлгән көн дә килеп етте – төп бүләктәребеҙҙе уйнаттыҡ. Телевизор, саң һурҙырғыс, һыуытҡыс һ.б. кемдәр өлөшөнә насип булған - был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Даланлылар билдәләндеДаланлылар билдәләнде
Даланлылар билдәләнде

Был юлы Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә барлығы 765 квитанция ебәрелгәйне. Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡҡа һуҙмай, еңеүселәр исемлегенә күсәбеҙ. Шулай итеп, икенсе ярты йыллыҡҡа “Мораҙым”гәзитенә яҙылғандар араһынан иң даланлылары –Исем ауылынан Гөлнәзирә Рахманғолова, Багдашкиндан Рафиҡ Төхвәтуллин, Түләбайҙан Урал Ниғмәтуллин (улар өсәр литр көнбағыш майы отто), Сәйетҡолдан Мәрфуға Сәйфетдинова (сәс тигеҙләгес), Үрге Һаҙҙан Әхтәм Әбйәлилов (фен), Бикестән Айрат Рысаев (блендер). Саң һурҙыртҡыс иһә Мораҡтан Ләйсән Кинйәбаваға, телевизор Әлмәстән Лилиә Киленбаваға насип булған. Ошондай уҡ бүләктәр “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусылар араһында ла уйнатылды. Унда саң һурҙырғыс Исемдән Ольга Ивановаға, телевизор Назаркиндан Надежда Нечаеваға эләкте. Төп приз да  “Кугарчинские вести” баҫмаһын алдырыусы өлөшөнә яҙған – Мәҡсүт ауылынан Наталья Климкович яңы һыуытҡыслы буласаҡ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас