Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2022, 11:20
Эх, еләкле йәйҙәре!
Бына, ниһайәт, еләк миҙгеле лә килеп етте. Бер быуа баҡса еләге менән кинәнһәк, хәҙер ҡырҙа ла өлгөрҙө. Йыл ҡотло һәм бәрәкәтле килә быйыл, шөкөр! Яуыны ла үҙ ваҡытында, емеш-еләге лә мул! Ҡарағаттар ҙа бешә, ҡурай еләге лә тәмләнә башлаған. Ошо ваҡытта еләк һатып ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыусылар ҙа, балаларын мәктәпкә әҙерләүселәр ҙә күп. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа төрләндереп әҙерләй ҙә башлаған. Кемдер ҡайнатма эшләһә, кемдер үткәреп, туңдырғысҡа ырғыта. Үрге Сирбай ауылының күркәм ғаиләләренең береһе Ишариндар ҙа Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәтенән үҙ ғаиләһенә өлөш йыйған. "Еләк ваҡыты ла бер мәл генә бит ул. Ҡырҙа йөрөү ҙә, балалар менән күмәкләшеп ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, ошолай һөйләшеп-көлөшөп еләк таҙалап ултырыуы ла - үҙе бер ғүмер", - тиҙәр улар. Ҡайһы айыу-бүре юҡ икән, емеш-еләк күп икән?
Фото ғаилә архивынан алынды.
Эх, еләкле йәйҙәре!
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"