1937 йылдың йәйендә Совет власы тарафынан бирелгән указ менән мәсет манараһын бысып төшөрөлә. Аяныслы ваҡиғаны ауыл халҡы бик ауыр кисерә.
"Манараһы төшөрөлгән мәсеттең бинаһында көндөҙ мәктәп, ә кисен ауыл йәштәре уйын ойоштора. Мәсет ябылыуға, дин тыйылыуға ҡарамаҫтан иманлы кешеләр ғибәҙәт ҡылыуҙан туҡтамағандар. Һәр береһе үҙ өйөндә намаҙ уҡыған, ә йома намаҙына, Ҡорбан, Ураҙа ғәйете байрамдарын үткәрер өсөн ҙур өйлө йортҡа йыйылғандар. Йәй көндәре байрамдар яландарҙа уҙғарылған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда имам вазифаһын дин яғынан уҡымышлы, белемле, мәҙрәсәлә мөғәлим Кинйәғәле Кинйәбаев башҡара, ә ҡатыны Өмөкамал өйөндә ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡыта", - тип яҙа китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаева.