Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Июля 2022, 10:15

Бәндәбикә рухына - ете ҡорбан

Ҡорбан ғәйетендә Мәҡсүт ауылы халҡы Бәндәбикә рухына бағышлап ҡорбан салды.

Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Таңһылыу Хәмиҙуллина әйтеүенсә, Бәндәбикәнең һөлдәһен кире ҡайтарыу эштәре менән әлеге көндә “Достояние” тигән йәмәғәт ойошмаһы шөғөлләнә. Улар Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, Тел һәм Әҙәбиәт институты етәкселеге менән осраша (тап уларҙың хеҙмәткәрҙәре һөлдәне алып киткән була), Өфө һәм Мәскәү архивтарында экспедиция һөҙөмтәләре буйынса материалдар менән таныша,  Мәскәүҙә ҡайһы ойошмала һаҡланыуы ихтимал – шуны тикшереп, бер юлы Санкт-Петербургтағы ойошмаларҙа эш алып бара.

- Ошо эшкә тотонған йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына  юлда тыуған ҡаршылыҡтарҙы туҡтатып, осона сығыу өсөн  Шәйех Мәхмәт Әҙил булһа кәрәк (Шәйехтең нәҫеле Мөхәммәт пәйғәмбәргә (с.ғ.с) барып тоташа, ул Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең алтыр сылбыры вариҫы, хәтерегеҙҙә булһа, 2013 йылда шәйех беҙҙең районға килеп, Шәмиғол хәлфә ҡәберлегенә зыярат ҡылды, Бәндәбикә кәшәнәһендә булды. - автор), 7 ҡорбан салырға кәрәк тип әйткән. Беҙ бына шуны атҡарып сыҡтыҡ, Аллаға шөкөр. Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, Ейәнсуралар ҙа бик әүҙем ҡушылды. Бик тиҙ арала  ҡорбанлыҡ аҡса тупланды.  Май айында беренсе ҡорбан салыуҙы үҙебеҙ Мәҡсүттә ойошторҙоҡ, күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә таратып бирҙек.  Шунан ҡолшайҙар күтәреп алды. Бөткән ауыл булһа ла, халҡы осрашып, аралашып йәшәй. Йәйге йыйында улар ошо өлөшкә ике ҡарбан салды. Мораҡ ауылының әүҙем ағинәйҙәренең береһе Зифа Баймәнова ойошторҙо был сараны.

 Күптәр ҡайтты йыйынға. Һыу буйында усаҡ яғып, самауырҙар ҡуйып, аяттар уҡып, ҡорбан ашынан ауыҙ иттек. Унда яҡташыбыҙ Сәрүәр Сурина ла ҡатнашты. Бына ошо осрашыуҙағы бер мөғжизәле күренеш беҙҙе ныҡ хайран ҡалдырҙы: аҙан ваҡытында ҡапыл ғына ағастар шаулап китте, бөтәбеҙ ҙә намаҙға баҫҡайныҡ ҡына – баш осонан гөжләшеп бал ҡорто күсе осоп үтте! “Бәндәбикәнең рухы шатланалыр!” тип халыҡ геү килеп алды. Ғәйет байрамында иһә теүәлләп,  дүртәүҙе салдыҡ, - ти Таңһылыу Сәлим ҡыҙы.

Тулы мәҡәләне район гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ. 

Фотолар шәхси архивтан алынды. 

 

Бәндәбикә рухына - ете ҡорбан
Бәндәбикә рухына - ете ҡорбан
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас