Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2022, 09:00

Тәбиғәт ҡосағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһим!

Йәйҙең яртыһы үтеп барһа ла, быға тиклем йүнләп һыу инерлек көндәр әллә ни күп булманы. Ниһайәт, эҫке көндәр башланды, йылға-күл буйҙарында ла халыҡ ағымы ҡырҡа артты. Йылы ваҡытта ҡырҙа ял итеүгә ни  етә! Шулай ҙа күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн тәбиғәт ҡосағында һаҡ булырға кәрәк икәнлеген оноторға ярамай. Махсус хеҙмәттәргә лә эш артты, улар йыш ҡына рейдҡа сығып, йылға буйҙарында, урман-ҡырҙарҙа тәртип булғанлығын тикшерә. Сираттағы рейд барышында 84-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Юрий Спиваков, инспектор Айрат Ниязғолов, иҫкәртеү үҙәге инструкторы Илдар Мәхмүтов, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Лилиә Рафиҡова, “Юнармия” хәрәкәте етәксеһе Айҙар Ҡолтаев һәм ошо юлдар авторынан торған төркөм Оло Эйек буйын ҡарап сыҡты һәм ял итеүсе халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты, тәртип боҙоусыларға иҫкәрмәләр яһаны.

Тәбиғәт ҡосағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһим!Тәбиғәт ҡосағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһим!
Тәбиғәт ҡосағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһим!

Йәйҙең яртыһы үтеп барһа ла, быға тиклем йүнләп һыу инерлек көндәр әллә ни күп булманы. Ниһайәт, эҫке көндәр башланды, йылға-күл буйҙарында ла халыҡ ағымы ҡырҡа артты.

Йылы ваҡытта ҡырҙа ял итеүгә ни  етә! Шулай ҙа күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн тәбиғәт ҡосағында һаҡ булырға кәрәк икәнлеген оноторға ярамай. Махсус хеҙмәттәргә лә эш артты, улар йыш ҡына рейдҡа сығып, йылға буйҙарында, урман-ҡырҙарҙа тәртип булғанлығын тикшерә.

Сираттағы рейд барышында 84-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Юрий Спиваков, инспектор Айрат Ниязғолов, иҫкәртеү үҙәге инструкторы Илдар Мәхмүтов, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Лилиә Рафиҡова, “Юнармия” хәрәкәте етәксеһе Айҙар Ҡолтаев һәм ошо юлдар авторынан торған төркөм Оло Эйек буйын ҡарап сыҡты һәм ял итеүсе халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты, тәртип боҙоусыларға иҫкәрмәләр яһаны.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас