

Бөгөн донъялағы барлыҡ мосолмандар иң бөйөк, изге байрамдарыбыҙҙың береһен – Ҡорбан ғәйетен билдәләне.
Сәйетҡол һәм Бикеш ауылдары халҡы был изге көндө яңы төҙөлгән “Шәмиғол хәлфә” мәсетендә ҡаршыланы.
Иман йортонда иртәнге намаҙҙы уҡып, вәғәздәр тыңлағандан һуң, төшкөлөктә халыҡ мәктәпкә йыйылды. Унда оло һәм урта йәштәге апай-ағайҙар, инәйҙәр, йәштәр ауылдың ихтирамлы ғаиләләренең береһе – Лилиә һәм Рафаэль Йосоповтар һәм абруйлы уҙаман, диндар Миңулла бабай Рәхмәтуллин салдырған ҡорбан итенән ауыҙ итте. Әйткәндәй, сараға килгәндәр үҙҙәре лә буш килмәгән, күмәк көс менән әҙерләнгән табын артында уҙған осрашыу бик йылы шарттарҙа уҙҙы.