

Һәр кемдең яҙмышы алдан уҡ маңлайына яҙылып ҡуйыла, тиҙәр. Йомағужа ауылында йәшәүсе Фаягөл Йосоп ҡыҙы һәм Әхмәт Борис улы Бикмеевтар ҙа күктәр тарафынан бер-береһенә тәғәйенләнгән йәр булғандыр... Уларҙың сәстәрен-сәскә бәйләүҙәренә ярты быуат ваҡыт үткән. Бөгөн улар ҙа алтын юбилейҙары айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итте. Фаягөл Йосоп ҡыҙы 40 йыл Йомағужа участка дауаханаһында, Әхмәт Борси улы “Йомағужа һыуһаҡлағысы” төҙөлөшөндә эшләгән. Матур пар өс бала үҫтергән, бөгөн уларҙың 5 ейән-ейәнсәрҙәре бар.