+28 °С
Болотло


Ғүмер аҡҡан һыу менән бер, уны тыйып та, туҡтатып та булмай, тиҙәр. Үҙҙәренә кисә генә булған һымаҡ тойолһа ла, Мораҡ ауылында ғүмер итеүсе Әнисә һәм Әхтәм Абдуллиндарҙың бергә тормош ҡороуҙарына 50 йыл да булып киткән. Әйтеүе генә анһат, ярты быуат ғүмерҙе ҡулға-ҡул тотоноп, берең ут булғанда, икенсең һыу булып йәшәй алғанда ғына бергә-бергә уҙып булалыр! Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ғаилә башлығы үҙенең 70 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән.