

"Беҙҙең “Шишмәкәй” балалар баксаһында башҡорт телен өйрәнеү, һоҡлау, үҫтереү маҡсатында төрлө саралар үткәрелеп тора. Шул сараларҙың береһе - “Башҡорт теле” көнө. Был сараға арналған төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ: һүрәттәр төшөрөү, “Минең шәжәрәм”, “Һаумы, һаумы әкиәт” республика конкурсына балалар үҙҙәре әкиәт уйлап яҙып, бәләкәй китапсыҡтар эшләп, Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына эйә булдылар.
Икенсе ҙур сара булып, 21 февраль - Туған телдәр көнө тора. Был сараға беҙ “Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәр”, һүрәттәр, эмблемалартөшөрөү конкурстары үткәрәбеҙ. Беҙҙең кескәйҙәр эпосты башҡорт, рус, инглиҙ телдәрендә һөйләйҙәр. Башҡорт телендә беренселекте Мәзитов Илһам, икенсе урынды Мәхмүтов Арыҫлан, өсөнсө урынды Сәғитова Зәлиә яуланы. Ә инде рус телендә Хәмиҙуллин Ринат һөйләп ишетерһә, инглиз телендә беренселектә Әхмәтйәнова Айлина, 2-се урында Кәримов Риназ булды. Эпос ты өс телдә һөйләп, алдынғылыҡты Сәйфетдинов Тимур яуланы.Шулай уҡ был сарала “Рәмигә 90 йәш” конкурсында ҡатнашыусылар - уның “Туған тел” шиғырын Егорова Есения рус, Сәйфетдинов Марат, Йәнбирҙина Кәмилә башҡорт телендә һөйләп ҡыуандырҙылар.
Был ғына ла түгел, был ғаиләләр төрлө район, республика кимәлендә үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Бына мәҫәлән, район башҡорттары ҡоролтайы тарафынан үткәрелгән “Мин ҡыпсаҡ ырыуынан” исемле һүрәттәр конкурсында Вәлитова Ралина 2-се, ә инде Килсенбаева Рената менән Заманов Тимур 3-сө урындарҙы яуланы. Уларға 1 июнь- балалар көнәндә Диплом тапшырылды.
“Аҡбуҙат” журналы үткәргән “Боронғо дөйә” 1-се республика конкурсында Ғүмәров Иҙел, Хәсәнов Салауат, Сәйфетдинов Тимур, Ҡотлобаева Эмилия, Әхмәтйәнова Айлина, Фәсхетдинов Артур, Сәғитова Зәлиә сертификатҡа эйә булдылар.
Тағы ла беҙҙең йәш сәсәндәр “Балалар һәм йәштәр” араһында Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурс-фестивалендә ҡатнашып, сертификат яуланылар.
Сәйфетдинов Тимур “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы үткәргән “Мир заповедной природы” конкурсында “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелә торған үҫемлектәр тураһында һүрәт төшөрөп, сертификатҡа лайыҡ булды.
Шулай уҡ Сәйфетдиновтарғаиләһе 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022” республика конкурсында ҡатнашып, Дипломға лайыҡ булдылар.
Башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухын үҫтереүгә ҙур булышлыҡ иткән был ғаиләләргә бөгөнгө Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә һаулыҡ, бәхет, татыулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйем.
"