Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2022, 10:20

Күркәм парҙар тәбрикләнде

Бөгөн, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә район ЗАГС бүлегендә бик матур сара – оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән күркәм парҙарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Күркәм парҙар тәбрикләндеКүркәм парҙар тәбрикләнде
Күркәм парҙар тәбрикләнде

Йәшләй һөйгән йәрең менән тиң-тигеҙ ғүмер итеп, алтын, гәүһәр, таж туйҙарҙы бергә ҡаршы алыу бәхете, ҡыҙғанысҡа күрә, һәр кемгә лә насип булмай. Шуғалыр ҙа был парҙарҙың бәхетле минуттарына шаһит булған күптәрҙең күңелендә “Их, беҙгә лә улар һымаҡ ошондай ғүмер байрамдарын бергә ҡаршыларға яҙһын ине!”тигән уй тыуғандыр...

- Һеҙҙең тормош юлығыҙ – туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн ҙур шатлыҡ та, йәш быуын өсөн яҡшы үрнәк тә. Ныҡлы һәм татыу ғаилә – Рәсәй дәүләтенең таянысы һәм ышаныслы нигеҙе, - тине гүзәл парҙарҙы ҡотлап район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Марат Исҡужин.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас