Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2022, 04:39

Бөгөн - ғәрәфә көнө

Бөгөн - мосолмандар өсөн әһәмиәтле көндәрҙең береһе - Ғәрәфә көнө. Уны Хаждың тажы тип тә йөрөтәләр. Зөлхиҙә айының туғыҙынсы көнөндә билдәләнә. Хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына бара һәм унда ғибәҙәт ҡыла.  Беҙҙең  райондан хажға быйыл 4 кеше йүнәлде, шул иҫәптә Күгәрсен районын имам- мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев менән уның хәләл ефете Әминә Әҙелғужина ла бар. 

Бөгөн - ғәрәфә көнөБөгөн - ғәрәфә көнө
Бөгөн - ғәрәфә көнө

Хаж ғибәҙәтендә була алмағандар иһә был көндә ураҙа тота. Уның сауабы ҙур: бер көн ике йыл дауамында тотолған ураҙаға тиң, тиҙәр. 

"Был көндә тотҡан ураҙаһы өсөн кешенең бынан алдағыһы һәм бынан һуңғы ике йылда эшләгән гонаһтары ярлыҡана. Ғәрәфәлә ике көн ураҙа тотҡан кеше Әйүп пәйғәмбәргә бирелгән әжер-сауаптарҙы, Ғәрәфә көнөндә генә ураҙа тотҡан кеше Ғайсаға, ғәләйһис-сәләм, бирелгән әжер-сауаптарҙы алыр" тиелә. 

 Беҙҙең яҡташтарыбыҙ район халҡына ҡайнар сәләмдәрен еткерә. 

 

Бөгөн - ғәрәфә көнө
Бөгөн - ғәрәфә көнө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас