Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2022, 05:14
Бөгөн - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Үрге Мөрсәләй ауылының күркәм ғаиләләренең береһе - Ҡотлогилдиндар. Тәнзилә апай менән Азамат ағайҙың сәстәрен -сәскә бәйләп, иңгә-иң терәп татыулыҡта донъя көтөүҙәренә 35 йыл булып киткән. Дүрт ҡыҙға - Фәйрүзә, Айзилә, Нүрзилә, Зәлиәгә ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, өлкәндәрен үҙ аллы тормош юлына ла баҫтырып өлгөргәндәр. Уңған ҡулда - бәрәкәт, тигәндәй, Ҡотлогилдиндарҙың донъяһы ла етеш, ҡотло, нурлы. Ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған был ғаиләне йәштәргә өлгө итеп ҡуйырға була.
Бөгөн - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Бөгөн - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"