Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2022, 06:45

Замандаш

 Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Иҫәнғаҙы тигән ауылда донъяға килгән Фирүзә апай Йәнгированың күңеленә моң Хоҙай тарафынан һалынғандыр. Кеше аяғы һирәк баҫҡан төбәк  үҙ матурлығын һаҡлаған ерҙә тыуып үҫкәнгәме, ул бала саҡтан урманға, иркенлеккә тартыла. Үҙ моңо, үҙ сыңы, үҙ тауышы булған тәбиғәт ҡыҙыҡай күңеленә лә моң булып һеңә.  

ЗамандашЗамандаш
Замандаш

Моңло ла, һағышлы ла күңелгә илһам ҡошо тиҙ ҡуныусан. Атаһы Миңлебай Рәхмәтулла улы оҫта ҡурайсы була. Әсәһе лә матур йырлаған. Йыр-моңға ғашиҡ мөхиттә тыуып үҫкән, шунда тәрбиәләнгән ҡыҙҙың да йөрәгендә сәнғәткә һөйөү, ижадҡа ынтылыш уяна.

-  Халыҡ ауылдан күсеп бөткәс тә, беҙ  китергә ашыҡманыҡ, тороп ҡалдыҡ. 9-10 синыфты бер үҙем мәктәпкә йәйәүләп йөрөп тамамланым. Бөрйән районының ҡуйы, ҡара урмандары, йыртҡыстарға бай төбәк икәнен беләһегеҙ бит инде. Бына шундай ваҡытта ҡурҡыуымды баҫыр өсөн йырлап ебәрә торғайным. Әсәйем дә моңло тауышлы ине. Миңнулла ағайым мәрхүм дә гармунда өҙҙөрөп уйнаны. Ете йәштә үк мин унан  өйрәндем. Биш йәшемдә “Башҡортостан”  гәзитен шартлатып уҡый инем.  Шиғырҙарҙы иһә ун йыл элек яҙа башланым. Нисектер күңелгә илһам ҡошо ҡунып, ижадҡа тартылдым. Бер йыйынтыҡлыҡ шиғырҙар тупланды ла инде. Дамир Солтанов, Рәсимә Динисламовалар шиғырҙарыма йыр ҙа яҙҙылар. “Атайыма”, “Еңеү килде”, “Яңғыҙ аҡҡош”,  “Гармун моңо” , "Бала сағым" - халыҡ араһында киң таралған йырҙар булып киттеләр.

 Шиғырҙарым Йылайыр, Бөрйән районы гәзиттәрендә лә донъя күрҙе. Беҙ сәйәхәт итергә лә яратабыҙ.  Юл юҡ тип тормай йыл да Иҫәнғаҙы ауылына ҡайтабыҙ. Унда бер өй ҙә юҡ. Ә тәбиғәте,тауҙары иҫ китерлек! Ҡана йылғаһы үҙенә тартып тора. Атайым, әсәйем, бәләкәй һеңлебеҙ, өләсәйем һәм дә күп туғандарым шунда ерләнгән... Күп шиғырҙарым тыуған ауылыма арналған. Миңә тыуған ауылым, тыуған төйәгем көс, дәрт, илһам бирә, - ти Фирүзә апай үҙе тураһында.

Тормош иптәше Рәзиф Әғәоәм улы менән матур, етеш донъя ҡороп, өс балаға ғүмер, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Балаларының өсөнһө лә юғары белемле, урынлы эштә эшләп йөрөгән белгестәр. 

Йәнгировтар тураһында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ. 

Фотолар ғаилә архивынан алынды. 

Замандаш
Замандаш
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас