Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Июля 2022, 06:19
Матур ғаилә - ил күрке
Үрге Сирбай ауылында йәшәгән 7 бала әсәһе Рәмзиә Ишарина ике быуын ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында тормош көткән килендәрҙең береһе. - Күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе бала булып үҫтем мин дә. Мин килен булып төшкәндә ҡарт ҡәйнәм дә бар ине. Һигеҙ йыл буйы уның менән торҙоҡ. Бик уҡымышлы әбей булды. Шунан Бохаранан ҡәйнәм күсеп ҡайтты. Иптәшем менән бергә донъя күтәрҙек, өй һалдыҡ. Ҡарт ҡәйнәм үлеп киткәс, иптәшемдең ҡәртәсәһен алып ҡайттыҡ. Бустыбай ауылыныҡы ине, 105 йәшкә хәтлем йәшәне. Тормош булғас, төрлө хәлдәре лә булып киткәндер инде, мин өндәшмәнем. Сөнки тормош – бумеранг, үҙем дә ҡәйнә буласаҡ кешемен тип уйлай торғайным, - ти ул тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашып.
Матур ғаилә - ил күрке
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Матур ғаилә - ил күрке
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"