

Бөгөн һоҡланғыс кеше - Воскресенск ауылында йәшәүсе Эльвира Юлай ҡыҙы Аллабирҙина үҙенең матур юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы уны һабаҡташтары – 1984-1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус - башҡорт бүлегендә уҡыған студенттар ҡотлай:
Әхирәтебеҙҙе күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, йәшәү дәрте, ҙур уңыштар. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын! Тормош юлдашы Фәнил Әхмәт улы менән имен донъяларҙа иңгә - иң терәшеп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә, балаларығыҙҙың изгелеген, шатлыҡ - ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер - хөрмәткә төрөнөп һөйөнөп йәшәргә, хеҙмәтеңдән йәм табып эшләргә насип булһын!
Тыуған көн – ҡәҙер, хөрмәт көнө,
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ!
Сәләмәтлек, күңел тыныслығы,
Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!
Тыуыр көндәр һиңә илһам биреп,
Шатлыҡ, бәхет, уңыш килтерһен.
Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер биреп,
Йөҙ йәшкәсә һине еткерһен!