Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2022, 07:34

Ағинәй тәрбиәһе

Мораҡ ауылынан Зифа инәй Баймәнова  тормош иптәше Вәли олатай мәрхүм менән өлгөлө ғаилә ҡороп, балаларын ысын кеше итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән кешеләр. Тормош иптәше бынан бер нисә йыл элек вафат булһа ла, уның биргән кәңәштәре әле булһа терәк-таяныс Зифа инәйгә.  - Заманы икенсерәк булдымы икән, күтәренеп кенә сығып китеүе лә еңел ине. Иптәшемә лә ныҡ ышанғанмындыр, балалар бәләкәй булһа ла, бер ҙә ҡурҡып тормай, ул ҡайҙа – мин шунда сыға ла китә инек. Балаларҙы тәрбиәләгәндә дә атай абруйын, атай һүҙен тоторға өйрәттем. “Атайығыҙҙан һорағыҙ, атайығыҙ нимә әйтә” тигән ябай ғына һүҙҙәр ҙә бала күңеленә ныҡ һалына икән. Хатта бәләкәй саҡта ауырышып китһәләр ҙә, атай тип кенә торҙолар. Иптәшемдең балаларға ныҡ иғтибарлы булыуы ла йоғонто яһағандыр, балалар аталарын ныҡ яратты. Тел йәһәтенән дә үҙебеҙҙе өлгө итеп ҡуйҙыҡ тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Ҡаҙағстанда йәшәгәндә лә өйҙә тик башҡортса ғына һөйләштек. Тик мәктәпкә барғас ҡына ҡала мөхитендә рус теленә сумырға тура килде, шунлыҡтан балаларҙың теле боҙолдо. Шуға ҡарамаҫтан телде беләләр, үҙ-ара һөйләшәләр, - ти ул. 

Ағинәй тәрбиәһеАғинәй тәрбиәһе
Ағинәй тәрбиәһе

Әйткәндәй, аҫалы балаҫ һуғыу, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйбере – селтәр эшләү менән танылған ағинәй ошо ябай ғына халыҡ кәсептәрен тергеҙеү менән дә милли асылыбыҙға ҡайтыу, бала күңеленә милли рух орлоғо һалыу йүнәлешендә көндәлек тормошо менән дә әһәмиәтле эштәр башҡара тип әйтергә була.

Ағинәй тәрбиәһе
Ағинәй тәрбиәһе
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас