Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2022, 07:24

8 июль - Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

 Беренсе тапҡыр был байрамды Рәсәй халҡы 2008 йылда билдәләне.  Ошо көндә күркәм парҙарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы тапшырыу ҙа йолаға әйләнде. Ғаилә байрамының символы иһә – аҡ сәскә йәғни ромашка. Ул борон-борондан мөхәббәт сәскәһе булып иҫәпләнә. “Яратамы, яратмаймы,  Әйтегеҙсе, ромашкалар? “Ашыҡма һин, яратыр”, тип, Яуап бирә миңә улар” – тигән йыр ҙа мөхәббәт һәм тоғролоҡ сәскәһе тураһында. Исем ауылында йәшәгән Яҡуповтар ғаиләһе өсөн был көн икеләтә байрам тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Бынан ҡырҡ йыл элек сәстәрен –сәскә бәйләгән Люциә Рауил ҡыҙы менән Әлфәт Әхтәм улы Яҡуповтар татыулыҡта- хөрмәттә донъя көтөүҙәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ. "Беҙ үҙебеҙҙең никахыбыҙҙа булманыҡ. Атай-әсәйҙәр үҙ-ара һөйләшкәндәр ҙә, никах уҡытҡандар. Эштән ҡайтып инһәм, бейем мәрхүмә ишек алдында бейеп йөрөй. Шулай итеп, килен булып киттем", - ти Люциә апай.

- Кейәүгә сығырға ризалыҡ биһәм дә, беҙ үҙебеҙҙең никахыбыҙҙа булманыҡ. Атай-әсәйҙәр үҙ-ара һөйләшкәндәр ҙә, никах уҡытҡандар. Эштән ҡайтып инһәм, бейем мәрхүмә ишек алдында бейеп йөрөй. Шулай итеп, килен булып киттем.

 Тормош булғас, төрлө ваҡыттар булып китә. Бер-береңә өйрәнгәнсе лә еңел түгел. Иң беренсе атайымдың һүҙен тоттом: “Һоратҡандарына риза булып, үҙең барҙың, барған ереңә таш булып бат”, -  тине. Унан инде бер-бер артлы балалар тыуҙы.  Бейемдәр ҙә ишле ғаилә, мин килен булып төшкәндә өлкән бейем дә бар ине. Ҡәртәсәй тип йөрөттөк уны. Инде һәйбәт әбей булды. Бейем иһә ҡатыраҡ, көслө, быуын тотҡан Рәхимовтар нәҫеленән. Өлкән бейем дипломат холоҡло ине, үҙенең килененә лә, миңә лә талапсан да, йомшаҡ та булды. Өс быуынды туплап тотоп торған ул булды. Бейемдән миңә һүҙ әйттермәне, минән икеһенә лә һүҙ әйттермәне, - ти Люциә апай. 

Тулы мәҡәлә - гәзиттә. 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас