+28 °С
Болотло


Ҡалдар ауылында йәшәүсе Хәсәнова Зөләйха Зәйнетдин ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын ҡаршы алды. Зөләйхә Зәйнетдин ҡыҙын олпат ғүмер байрамы менән Волостновка ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Бикбулатов тәбрикләне, изге теләктәрен теләне, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Беҙ ҙә юбилярға яҡындарының күңел йылыһын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп, ғүмер итергә яҙһын тип теләйбеҙ!