Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2022, 11:10

Ҡотло нәҫел

Атай һүҙенә тоғролоҡ "Ҡотло нәҫел" рубрикаһында донъя күргән был йөкмәткеле мәҡәлә бөтә ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған арҙаҡлы уҙамандарҙың береһе - Яппаров Рафиҡ Ғиниәт улы тураһында. Кеше халыҡ хәтерендә үҙенең әһәмиәтле эштәре менән уйылып ҡала.  1936 йылда Тәңгәүер ауылында донъяға килгән Рафиҡ Ғиниәт улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сынығып үҫкән әрһеҙлек менән белемгә ынтылған малайҙарҙың береһе була. Ауырлыҡтарға баш эймәйсә, йөрәге, күңеле ҡушыуы буйынса мөғәллимлек һөнәрен үҙләштерә. Санъяп мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусы тураһында яҡташтары тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай.    

"Атайыбыҙҙың уҡыусылары менән осрашҡанда улар тарафынан “Рафиҡ ағай көслө, талапсан уҡытыусы булды, ныҡлы белем бирҙе” тигәнерәк маҡтау һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Эйе, уҡыусыларына, коллективына, балаларына ғына түгел, үҙенә ҡарата ла бик талапсан кеше ине ул. Мин уның дәрестәргә әҙерләнмәй йөрөгәнен иҫләмәйем. Ниндәй генә мәшәҡәттәр булһа ла, дәрескә яҙма рәүештә әҙерләнеп, план менән йөрөнө. Ауыл ерендә тормош ябай түгел: таң менән торорға, мал-тыуарҙы ҡарарға, ҡыш көнө ҡар көрәргә кәрәк. Унан инде мәктәпкә. Әле лә күҙ алдында – атайым һәлмәк атлап алдан бара, уның артынан мин – беренсе синыф уҡыусыһы юртаҡлайым. Юлда хыялға бирелеп, йырлап та алам", - тип яҙа ҡыҙы Ләйсән Даминова. Йылы йөкмәткеле мәҡәләне июль айының тәүге һанында уҡый алаһығыҙ. - Атай, мин ҙурайғас йырсы булам. - Юҡ, булмайһың, уҡытыусы булаһың. - Атай кешенең абруйы ҙур ине беҙҙең ғаиләлә. Ошо һөйләшеүҙән һуң мин уҡытыусы булам тигән уй-ниәт менән мәктәп, институт тамамлап, утыҙ икенсе йыл ошо һөнәргә тоғромон.

Ҡотло нәҫел
Ҡотло нәҫел
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас