Дөмбәйҙә өмә гөрләй
Үрге Мөрсәләй ауылы халҡы төрлө йәмәғәт башланғыстарында һәр ваҡыт әүҙем. "Бер остан һыҙғырһалар, икенсе яҡтан килеп тә етәләр" тиҙәр улар тураһында. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск та үҙ иҫәптәренә ҡуйҙылар, 100 мең грант отоп, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ла астылар. Әле ҡыҙыу эш мәлендә лә өмәгә ваҡыт табып, күмәк көс менән төҙөлөш материалдары алып, ыҡсым ғына итеп кәртәләп тә йөрөйҙәр.
Ауыл старостаһы Азамат Ҡотлогилдин йәмәғәт эштәрен ысын мәғәнәһендә тейешле кимәлдә ойоштора. Өмәселәрҙе Тәнзилә Ҡотлогилдина етәкселегендә ауыл ҡатындары тәмле аш менән һыйлай.