Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
1 Июль 2022, 10:34

Ағинәй баҡсаһы

Йәйҙең икенсе айы ла башланды. Ҡырҙа еләк тә бешә,  баҡсала ла эш гөрләй. Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй булһа ла, уңғандар барыбер ҙә өлгөрә. Баҡсаһын да үҫтерә, гөл-сәскәһенә лә ваҡытын таба, бесәнен дә әҙерләй, малын да ҡарай, ҡош-ҡорто ла ҡараулы, донъяһы ла бағыулы.  Матур, мул уңышлы миҙгелдә беҙ ауыл халҡының күркәм баҡсаларын күрһәтеү маҡсатынан "Ағинәй баҡсаһы" тигән ябай ғына рубрика асып ебәрергә булдыҡ. Һеҙҙән гөл-сәскәләр, йәшелсә баҡсаларынан сағыу фотолар, мул уңыш серҙәре менән уртаҡлашҡан яҙмалар көтәбеҙ. Сифатлылары район гәзитендә лә донъя күрер. Рубриканы "Ағинәйҙәр" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова асып ебәрә. 

Ағинәй баҡсаһыАғинәй баҡсаһы
Ағинәй баҡсаһы

Автор фотолары. 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас