+28 °С
Болотло


Билдәле булыуынса, быйыл Мораҡ ауылының Титов урамына асфальт йәйелергә тейеш. Был ваҡиғаны урам халҡы күптән көтә, сөнки урам яҙлы-көҙлө ямғыр яуған, ҡар ирегән ваҡытта батҡаҡҡа әйләнә һәм үтеү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Урамды киҫеп сыҡҡан бәләкәй йылға аша һалынған күпер ҙә иҫкергән. Бөгөн шул күперҙе ремонтлай башлағандар.