Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2022, 09:43

Халыҡ-ара Олимпия көнөнә арналды

Спортландияла эҫе көн Халыҡ-ара Олимпия көнө - Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарары менән билдәләнгән бөтә донъя байрамы. Ул 23 июндә күп кенә дәүләттәрҙә һәм илдәрҙә билдәләнде. Был датаға клуб алдындағы майҙанда Йомағужа ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Мәҙәниәт йорто һәм «Ағиҙел» үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Спортланлияла эҫе көн» спорт-уйын сараһы үткәрҙе. Балалар Халыҡ-ара Олимпия көнө менән бәйле тарих һәм әһәмиәтле ваҡиғалар хаҡында белде, спорт ярыштарында, ат сабыштарында, «Кем тиҙерәк», «Күңелле туп», «Алып барып еткер - юғалтма» уйындарында, «Спорт белгестәре» интеллектуаль викторинаһында ихлас ҡатнашты, спорт йомаҡтары систе. Уларға «Һаулыҡ, көс, матурлыҡ» китап-һүрәттәр күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде. Сара дөйөм бейеү-спорт флэш-мобы менән тамамланды.

Халыҡ-ара Олимпия көнөнә арналдыХалыҡ-ара Олимпия көнөнә арналды

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас