Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2022, 11:27

Бала саҡ - ҡыҙыҡ саҡ

Беҙ бала саҡта өс-дүрт оя өй ҡаҙы көттө әсәйемдәр. Нығынып китә алмаған бәпкәләре үлгеләп тә ҡуйыр ине. Апайым, мин, күрше ҡыҙҙар Гөлсинә, Гөлназ менән шул себештәрҙе баҡсала урын һайлап, ҡәҙерләп күмәбеҙ.

Ҡул менән генә ер соҡоп, дегәнәк япрағына себеште төрөп һалып, өҫтөнә саң өйәбеҙ. Ер менән тигеҙләмәйбеҙ, өймәләм итеңкерәп, бәләкәс кенә тау эшләп ҡуябыҙ. Иң уртаһына ағас ботағын алып, береһен арҡыры айырып, уртаһына икенсеһен ҡыҫтырып тәре яһап, ҡаҙайбыҙ, сәскә өҙөп һалабыҙ...
Нишләп тәре яһағаныбыҙҙы хәҙер генә аңланым. Ауылдың беҙ йәшәгән осонда урыҫ зыяраты урынлашҡан. Еләк-муйылға, сәскә-япраҡҡа барһаҡ та, көтөү ҡаршыларға сыҡһаҡ та, шул зыярат күренеп ултыра. Эргәһенән шөрләй-шөрләй үтеп китә торғайныҡ.
Бына шул урыҫ зыяратын күреп үҫеү ғәләмәте булған икән ул ҡаҙ бәпкәһен “урыҫса” ерләү...

Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды. 

Бала  саҡ - ҡыҙыҡ саҡ
Бала саҡ - ҡыҙыҡ саҡ
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас