Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2022, 04:56

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

Йәй - осрашыуҙар мәле. Ауылдарҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Шәжәрә байрамы", "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" кеүек күркәм саралар үткәрелә башланы. Һабаҡташтар осрашыуҙары ла йәйге ялға туҡтап ҡалған мәктәп тормошон гөрләтә.  Алыҫ араларҙы яҡын итеп, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан, уларҙы ихлас күңел менән ҡаршы алыусы һабакташтарымдың күп булыуы ныҡ ҡыуандырҙы! Осрашыуыбыҙҙың иң күркәм иҫтәлекле мәле: белем серҙәрен тәүге тапҡыр асҡан башланғыс синыф уҡытыусылары Ирек абый һәм Фәриҙә апа Ишмәтовтар, синыф етәксебеҙ Сәбилә апа Килсенбаева менән күрешеү булғандыр. Оло шәхестәр тәрбиәләне беҙҙе, шуғалыр ҙа класыбыҙ ҙа иң татыу, иң эшсән булды. Бер-береһен хөрмәтләп, тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашып, һәр ваҡыт хәл белешеп торған Төпсән, Һатлыҡ, Ыуары, Мораҙым, Юлдыбай ауылы балалары класташтарым. Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер, киләсәктә лә осрашып торайыҡ тип һөйләштек, - тип тәьоҫраттары менән уртаҡлаша Рәүилә Аҡкилдина.  

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмерБер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

Йәй - осрашыуҙар мәле. Ауылдарҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Шәжәрә байрамы", "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" кеүек күркәм саралар үткәрелә башланы.

Һабаҡташтар осрашыуҙары ла йәйге ялға туҡтап ҡалған мәктәп тормошон гөрләтә. 

Алыҫ араларҙы яҡын итеп, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан, уларҙы ихлас күңел менән ҡаршы алыусы һабакташтарымдың күп булыуы ныҡ ҡыуандырҙы! Осрашыуыбыҙҙың иң күркәм иҫтәлекле мәле: белем серҙәрен тәүге тапҡыр асҡан башланғыс синыф уҡытыусылары Ирек абый һәм Фәриҙә апа Ишмәтовтар, синыф етәксебеҙ Сәбилә апа Килсенбаева менән күрешеү булғандыр. Оло шәхестәр тәрбиәләне беҙҙе, шуғалыр ҙа класыбыҙ ҙа иң татыу, иң эшсән булды. Бер-береһен хөрмәтләп, тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашып, һәр ваҡыт хәл белешеп торған Төпсән, Һатлыҡ, Ыуары, Мораҙым, Юлдыбай ауылы балалары класташтарым. Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер, киләсәктә лә осрашып торайыҡ тип һөйләштек, - тип тәьоҫраттары менән уртаҡлаша Рәүилә Аҡкилдина.

 

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас