"Айыҡ ауыл" республика конкурсы барышы район, республика гәзиттәрендә даими яҡтыртылды. Ошо әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыуҙа үҙ өлөштәрен индергән бер төркөм журналистар ҙа бүләкләнде кисә.
Хеҙмәттәштәребеҙ Гөлназ Сәйетбатталова - "Айыҡ ауыл" республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн" БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының;
Айгөл Айытҡолова "Айыҡ ауыл-2021 республика конкурсы сиктәрендә ғаилә именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырғаны һәм ярҙам иткәне өсөн" Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Әһәмиәтле башланғыстарҙа әүҙем хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!