Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь , 15:11

Уңыштар теләйек Алһыуға!

Әлеге мәлдә Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы ултырышы бара. Унда "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәре Заһиҙә Мусина, Учалынан Нәйлә Хәмбәлиева һәм беҙҙең яҡташыбыҙ, "Оло Эйек буйында" әҙәби берекмә рәйесе Алһыу Хәлитоваларҙың ҡулъяҙмаларын тикшерәләр. Кәңәшмәлә БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, БР Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, проза секцияһы етәксеһе Фәрзәнә Аҡбулатова, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, яҙыусы һәм журналист Рәзилә Ырыҫҡужина, ғалим - әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, башҡорт телесеһе, филология фәндәре кандидаты Зөбәржәт Шәйхисламова ҡатнаша.  Һөҙөмтәләр тураһында һуңғараҡ хәбәр ителер.   

Уңыштар теләйек Алһыуға!
Уңыштар теләйек Алһыуға!

 

 

Уңыштар теләйек Алһыуға!
Уңыштар теләйек Алһыуға!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в