Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь , 09:24

Һуғыш михнәттәре менән сынығып үҫкән быуындан

 Егерме һигеҙ йәшендә юл һәләкәтенә осрап ғүмерлеккә инвалид коляскаһына беркетелгән улына ныҡлы терәк булып йәшәгән һәм бер аһ-зарҙы белмәгән Әсә бар кешелек донъяһына сабырлыҡ өлгөһө булып тора.  Һүҙем күпте күргән, күпте кисергән һуғыш балаһы, педагогик хеҙмәт ветераны – Хәтимә Сәлим ҡыҙы Мырҙабаева тураһында.  Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә уға ни бары 2 йәш була.

Һуғыш михнәттәре менән сынығып үҫкән быуындан
Һуғыш михнәттәре менән сынығып үҫкән быуындан

 Ғәзиз кешеһен изге яуҙан ҡаршы алып, ҡуйынына “атай”тип һырылыу бәхете теймәй сабыйға, атаһы “хәбәрһеҙ юғалған”дар исемлегенә инә. Колхозда ашнаҡсы булһа ла, бесән сабыу, ураҡ урыу кеүек коллектив эштәренән арына алмаған әсәһенең бурыстарын кескәй генә сағынан үҙ иңдәренә алырға мәжбүр була ҡыҙ.

 “Әхәт ағайым менән етәкләшеп ялан-ҡырҙан ҡаҡы-ҡуҙғалағын ҡалдырмай йыйып тамаҡ туйҙырғандар, серек картуфты онға ҡушып икмәк бешергәнебеҙ һис онотолмай. Ағайым мине хәстәрләһә, мин Нәсимә һылыуымды ҡарап, уның өсөн ҙур яуаплылыҡ тойҙом”, - тип, бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.

 Аяҡтарында сабата булһа ла, 1947 йылда мәктәп буҫағаһына баҫҡан ҡыҙҙың уҡыуға ынтылышы ифрат көслө була. Юлдыбайҙа ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мораҡ башҡорт педагогия училищеһында белем ала. Хеҙмәт юлын Хәйбулла районының Таңатар башланғыс мәктәбендә башлай. 1960 йылда үҙенең тыуған ауылының ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә инә. 36 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлап, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең оло ихтирам-хөрмәтен яулап, 1994 йылда хаҡлы ялға китә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн  бихисап маҡтау грамоталарына, маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ғәҙел дә, талапсан да була белгән һөйөклө уҡытыусыһын уҡыусылары һаман да онотмай, байрамдарҙа уға ҡотлау һүҙҙәрен яуҙыра.

 Хөрмәтле ветеран үҙе өс бала әсәһе. Тормош иптәше Вильям Ишдәүләтов (күптән инде гүр эйәһе) менән һәр сабыйға йөрәк наҙҙарын тейешенсә бүлеп, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй, аҡ бәхеттәргә төрөнөп йәшәүҙәрен генә теләп үҫтерә улар. 28 йәшлек һөлөктәй генә Закир улдары шундай бәләгә тарыр тип ата-әсәнең уйына ла инеп сыҡмай... Мотоциклында күперҙән осҡас, уң яғын паралич һуҡҡан улы өсөн күпме ут йотоуҙарын, дауахана юлдарын тапап өҙгәләнеүҙәрен яҙырға һүҙ табыуы ла ҡыйын. Ә әсә йөрәге түҙә!.. Аслыҡ-яланғаслыҡ осоронда сынығып, атайһыҙ үҙаллы тормошҡа бик иртә өйрәнеп үҫкән ҡатын быны яҙмыш һынауы итеп ҡабул итә, улын аяҡҡа баҫтырырҙай көс таба үҙендә.

- Шул ваҡытта бергә эшләгән, миңә ныҡ ярҙам иткән Искәндәр ағайға, Зөлфирә Мәүликәсова, Сәбилә Усман ҡыҙына мәңге рәхмәтлемен, Нәсимә һылыуым ярҙамында (филология фәндәре кандидаты мәрхүмә Нәсимә Суфиянованың туғандарына ғына түгел, күгәрсендәргә ҡылған изгелеген баһалап бөткөһөҙ – авт.) Өфө ҡалаһында реабилитация үҙәгендә булып ҡайттыҡ. Аҡрынлап атларға ла, һөйләшергә лә өйрәндек, - тип, баштан кискәндәрен иҫкә алды әңгәмәсем.

 Һуғыш килтергән михнәттәр менән бала саҡтан сыныҡҡан Хәтимә инәй донъяһын гөл итеп тота, өҫтәлен үҙе бешергән тәмлекәстәрҙән өҙмәй. Намаҙға ултырып, башына аҡ яулығын бөркәп, изге доғалары, булмышы менән ауылдаштарына аҡ юл күрһәтеүсе, Юлдыбай ауылына йәм, ҡот өҫтәүсе ысын ағинәй ул!                 

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас в