Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь , 11:08

Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ

Ғәлиулла Сәхиулла улы Ваһапов  1903 йылда Күгәрсен ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда фронҡа китә. Харьков ҡалаһын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡанда батырҙарса һәләк була. Разведка бүлеге командиры була.  Харьков ҡалаһы эргәһендәне Савинцы, Шевченко ауылдарында разведка ғәмәлдәрен алып бара. Урындағы халыҡ, уҡытыусы Галина, Кузьма ҡарт уға немец фашистарының йыйылған урындарын совет һалдаттарына еткереүҙә ярҙам итәләр. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәлиулла Ваһапов һатлыҡ йәндәр арҡаһында немецтар ҡулына эләгә. Шулай ҙа кәрәкле документтарҙы, картаны утҡа ырғытырға өлгөрә. Украин утары халҡының күҙ алдында ҡулдарын, аяҡтарын ҡырҡалар, таҡтаға ҡуша ҡағып, терәп аталар. Бик ныҡ ҡаты язалауҙарға дусар ителеп, халыҡ алдында үлтерелә. “Ерләһәгеҙ, һеҙҙе лә ошондай яза көтә” тип, халыҡҡа янайҙар. Ике көн үткәс кенә уҡытыусы Галина менән Кузьма ҡарт һалдатты снаряд шартлауҙан барлыҡҡа килгән соҡорға алып барып, ҡар менән күмә. Яҙ еткәс Галиналарҙың алма баҡсаһында ерләйҙәр. Ғәлиулла Сәхиулла улын язалап үлтерелгән урында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, мәктәпкә уның исеме бирелгән. Уның тыуған ауылы Күгәрсендә 1937 йылда ултыртҡан ҡарт тирәктәре әле булһа шаулап үҫә.

Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ

Фото ғаилә архивынан алынды. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в