Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь , 10:12

"Беҙгә -35" Бөрйәндә ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте

Күгәрсен районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Рафиҡова кисә Бөрйәндә “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән осрашты. Тулыраҡ - сайтта: 

"Беҙгә -35" Бөрйәндә ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте
"Беҙгә -35" Бөрйәндә ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте

Кисә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторолоуға 35 йыл тулыу айҡанлы “Беҙгә -35” тип аталған форум үтте.  Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәрен туплаған сарала “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, БР ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты. Беҙҙең райондан был мәртәбәле сараға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Рафиҡова барып ҡайтты. Беҙ унан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

- Ни өсөн тап Бөрйән тиһәгеҙ, уларҙың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эшмәкәрлеге ысын мәғәнәһендә республика кимәлендә өлгө булырлыҡ, уңышлы эшләгән йәмәғәт ойошмаларының береһе.

 “Беҙгә -35” һәм “Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы: эштәр, хәстәрлек, перспектива” тигән тематик йүнәлештә барҙы форум.  Бөрйән районындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының эше менән таныштыҡ, “Бөрйән районы районындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының эше тураһында” күргәҙмә-презентация бик йөкмәткеле әҙерләнгән.  “Данлы әсәләр” проекты эшмәкәрлеге хаҡында экспозиция, балаҫтар, түшелдеректәр һәм башҡорт халыҡ ижадының башҡа әйберҙәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Рәмилә Салауатова йәмәғәт ойошмаһын 2011 йылдан етәкләй, пленар ултырышта улар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Каринэә Владимировна ла үҙ сығышында ҡатын-ҡыҙҙар берлеге ул иң беренсе сиратта бер-береңә, мохтаждарға ярҙам итеү эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн мөһим икән билдәләне.

 Форум бик оҡшаны, Шүлгән-таш мәмерйәһенә лә сәйәхәт иттек, ике ҡорбан салдырҙылар, усаҡ янындағы киске аш ваҡытында ла һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, киләсәктә лә ошонлай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине тигән теләктәр еткерҙеләр, - ти Лилиә Әсхәт ҡыҙы.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в