“Ситкә нишләп сығып киттең тиеп,
Һорамағыҙ, зинһар, үтенәм!
Әле булһа үҙем үкенәм...”
Нишләтәһең, ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шулай. Үҙен “тамыр йәйә алмай ситтә һулыған гөлгә” оҡшатһа ла, ысынбарлыҡта иһә Рәхимә апай хаҡында улай әйтеү бөтөнләй мөмкин түгел.
Күренекле яҡташыбыҙ, "Мораҙым" гәзитенең әүҙем хәбәрселәренең береһе булған Рәхимә апайҙы күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!