Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Июнь 2022, 05:42
Ғатаулла ишан ҡәберендә лә өлтөк ҡарағас үҫә
Хәйбулла районының Вәлит ауылында Ғатаулла ишан ҡәберенә зыярат ҡылыу ҙа насип булды быйыл. Данлыҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Зәйнулла ишан Рәсүлев менән һуңғы көндәренә тиклем әғәйне булып, ҡатнашып йәшәгән. Доғалар менән өшкөрөп кешеләрҙе дауалаған, милләт айырмаған - ҡаҙаҡтар ҙа, урыҫтар ҙа сир-сырхауҙан миктәп йыш килгәндәр. Ҡәбере, күреүегеҙсә, боронғо башҡорт йолаһы буйынса таш менән буралған, баш осона дүрт ҡырлы аҡ гранит таш ҡуйылған. Уның гранит икәнлеген белгестәр билдәләгән. Ҡайҙандыр йылҡыға алмаштырып алғандар, тиҙәр. Ә эргәһендә үҫеп ултырған өлтөк ҡарағастарҙы Ғатаулла ишандың Зөбәйҙә тигән ҡыҙы ултыртҡан.
Ғатаулла ишан ҡәберендә лә өлтөк ҡарағас үҫә
Автор фотолары.
Ғатаулла ишан ҡәберендә лә өлтөк ҡарағас үҫә
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"