Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2022, 10:07
Моҡастар һәр эштә әүҙем
Моҡастар тыуған төйәген ярата. Яҙ етеү менән башлаған экологик өмәләр даими төҫ алып, дауам итә. Май айында ғына ауыл эргәһенә ағас ултыртҡайнылар, әле иһә ямғырҙан һуң шаулап үҫеп киткән үләндәрҙе сабып, тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе. Ауыл депутаты Шамил Әбдрәхимов ауыл егеттәре Радмил Әлимғужин, Ғәлим Әйүпов, Радик Йәрмөхәмәтов, Фәнил Нурыев, Илнур Хәйруллиндар менән эште тейешле кимәлдә ойошторҙо. Юл, урам буйҙарын сапҡас, ауыл да асылып, йәмләнеп киткән.
Моҡастар һәр эштә әүҙем
Фотолар Моҡас ауылы төркөмөнән алынды.
Моҡастар һәр эштә әүҙем
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"