Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2022, 06:48

Тормош уны үҙе тәүәккәл, көслө рухлы итә

 Светлана Фәтҡуллинаға (Аҡкилдина) бала һәм үҫмер сағында нужа һурпаһын эсергә лә, ғәҙелһеҙлек менән көрәшергә лә тура килә. Ҡояш аҫтында үҙ урынын тапҡансы, шәхси тормошон яйға һалғансы оҙон һәм һикәлтәле юлдар үтһә лә, тәбиғәтенә һалынған ҡатын-ҡыҙ мөләйемлеген, кешеләргә һәм тормошҡа булған һөйөүен һаҡлап ҡала белгән алтын аҡыллы, сабыр зат ул.  Хәҙер ул баҙарҙа һөт, салбар менән сауҙа иткән сибек ҡыҙ түгел, ә уңышлы эшҡыуар. Республика буйлап халыҡҡа юғары сифатлы ресторан блюдолары етештереүсе һәм өләшеүсе “Sushi moji” селтәренең урындағы бүлексәһе хужаһы.

Тормош уны үҙе тәүәккәл, көслө рухлы итәТормош уны үҙе тәүәккәл, көслө рухлы итә
Тормош уны үҙе тәүәккәл, көслө рухлы итә

- Ауырлыҡтар менән сыныҡмаһам, бәлки, эшҡыуарлыҡ өлкәһенә аяҡ баҫырға ҡыйыулығым етмәҫ ине. Һынауҙар мине көслө итте, ғүмерҙәрҙең, эштең, яҡын кешеләрҙең ҡәҙерен белергә, йәшәргә өйрәтте, - ти эшҡыуар.

 Светлана Валерьевна тәүҙә тәмле торттары менән билдәле Гөлшат Сәғитованың тәҡдиме буйынса бәлеш, ҡоймаҡ бешереп һата. Шул мәлдә уға Өфөлә республика эшҡыуарҙары өсөн ойошторолған “Бизнес-уйын”да ҡатнашыу бәхете тейә. Бизнес-проект төҙөү менән шөғөлләнеүсе Данил Кәримов, Азат Хужин, эшҡыуарҙар ассоциацияһы президенты Рөстәм Фәтхуллин менән яҡындан танышыу, эшлекле кешеләр араһында үҙен үҙ ояһында тойоу йөрәгенә ут һала. Һөҙөмтәлә күп тә үтмәй - “Sushi moji”селтәренең яңы бүлеге асыла. Тәүҙә баш ҡаланан килгән оҫта ашнаҡсылар ҡыҙҙарҙы суши әҙерләргә, үтемле пицца төрҙәрен бешерергә өйрәтәләр. Үҫмер саҡтан туғаны өсөн йәнен бирергә әҙер булған Светлана үҙенең ҡустыһын – Иҙелде лә үҙ янына эшкә ала, бер йыл эсендә бизнестары киңәйә, заказдар, клиенттар арта...

- Беҙҙең төп бурыс – ҡулланыусыларҙы юғары сифатлы ресторан аш-һыуы менән тәьмин итеү, заказдарҙы теүәл, үҙ ваҡытында үтәү. Был иһә ҙур яуаплылыҡ. Кешеләрҙең һәр фекеренә ҡолаҡ һалабыҙ, беҙ етештергән ризыҡтан ҡәнәғәт ҡалыуҙарына сикһеҙ ҡыуанабыҙ, - ти тынғыһыҙ йән.

 Светлана – үҙенсәлекле шәхес. Әүҙем йәмәғәтсе лә, өс балаһы өсөн изгелекле әсә лә, тормош терәге – Рөстәм Шамил улы өсөн хәстәрлекле ҡатын да. Үҙе нужа күреп үҫкәнгәлер ҙә, ифрат йомарт, кешелекле, алсаҡ ул. Ныҡышмаллығы, саялығы менән уңыштарға өлгәшкән эшҡыуар һәр саҡ көндөң ҡояшлы яғын ғына күрергә ынтыла, кешеләрҙең изгелегенә, яҙмыштарҙың рәхимлегенә ышана. Ысын мәғәнәһендә көслө рухлы кеше ул.

          

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас