

Көн һайын иртәнсәк, иртәнге аштан һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышҡандан һуң, уҡыусылар эшкә тотондолар: мәктәптең ишек алдындағы һәм баҡсалағы сәскәләргә, түтәлдәргә һыу һиптеләр, ҡый үләндәрен утанылар, мәктәптең тирә-яғын ҡыйҙан таҙарттылар, егеттәр ер ҡаҙынылар. Ә ямғырлы көндәрҙә үҙҙәренең класс-кабинеттарын йыуып, таҙартып ҡуйҙылар.
Балаларҙың эше ял менән алмашып барҙы. Улар волейбол, футбол, теннис уйнанылар, квадрокоптер осорҙолар, конструкторҙарҙан төрлө әйбейҙәр эшләнеләр, шашка, шахмат ярышында ҡатнаштылар.
Мәҡсүт ауылы эргәһендә шишмәләр бик күп. Уҡыусылар ҙур теләк менән уларҙы сүп-сарҙан таҙарттылар. Бәндәбикә шишмәһен таҙартыу балалар күңелендә матур хәтирә булып уйылып ҡалғандыр, шишмәне таҙартҡас, саф шишмә һыуынан сәй ҡайнатып эсеп, туйғансы уйнанылар балалар.