

Беҙҙең районда 2022 йылда тәүге игеҙәктәр тыуҙы. 27 майҙа Альбина менән Руслан Абдуллиндар ғаиләһендә Рина һәм Арина исемле ҡыҙҙар донъяға килде. 3 июндә райондың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре Абдуллиндар ғаиләһенә ҡыҙҙарҙың тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын тапшырҙы. Бәхетле ата-әсәгә, ҡыҙҙар-йондоҙҙарға иң мөһиме һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ, Альбина менән Руслан балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, уңыштарына ҡыуанып йәшәһендәр, ә ҡыҙҙар ата-әсәһенә терәк-таяныс, ярҙамсы булһындар.