Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2022, 06:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - беҙҙең районда

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, билдәле шағирә, ҡоролтайҙың мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина, ҡоролтайҙың ата-әсәләр комитеты ағзаһы, Кумертау ҡалаһыны Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Шайморат Тимербулатов, журналист Айгөл Ғәбитова, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов кисә Исем ауыл биләмәһе халҡы менән дә осрашты.  Билдәле булыуынса, Исем ауылы уҙған йылда “Айыҡ ауыл ” республика конкурсында еңеү яулағайны, быйыл ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Сәлих ауылы ла конкурста әүҙем ҡатнашты һәм улар призлы урынға сығыр тигән ышаныс бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - беҙҙең райондаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - беҙҙең районда
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - беҙҙең районда

 Рөстәм Сәлим улы ҡоролтайҙың эше хаҡында ентекле һөйләне, проекттары менән таныштырҙы. Лариса Хапшим ҡыҙының сығышы шулай уҡ бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уның “Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ” тигән ялҡынлы шиғыры көслө алҡыштарға күмелде.

Туған тел, балаларҙы милли рухта үҫтереү, халҡыбыҙҙың милли үҙаңын көсәйтеү тураһындағы йәнле әңгәмә барышында күптәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.  

 Төркөм артабан Исем урта мәктәбендә булып, балаларға туған телдә белем биреү хаҡында фекер алышты. Мәктәп етәксеге әйтеүенсә, был белем усағында белем алған уҡыусыларҙың 80 проценты – башҡорт.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас