

Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 6 июндән 16-һына тиклем 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 10 процент ташлама менән яҙыла ала.
Ун көнлөк ваҡытында “районка”ға хаҡтар түбәндәгесә:
- почта бүлексәһе аша ярты йылға яҙылыу хаҡы – 835 һум 14 тин.
- льготалы категорияға ҡараған граждандарға (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары; хәрби хәрәкәттәр ветерандары; хәрби хеҙмәт ветерандары;
бөтә категория инвалидтары) – 784 һум 08 тин.
- редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 579 һум 58 тин буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк.