"Аҡбуҙат" беҙҙә ҡунаҡта
"Уралҡай" балалар баҡсаһында бөгөн "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина менән осрашыу үтә. "Миләшкәй" менән "Аҡ сәскә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре матбуғат байрамына ентекле әҙерләнде. Яратҡан баҫмаларына арнап, Аҡбуҙат образын сағылдырып һүрәттәр төшөрҙө, Лариса Хашим ҡыҙының һүҙҙәренә яҙылған йырҙар өйрәнде.